Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Тулыраҡ: Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:“20 сентябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә бюллетендәрҙең 91,27 процентын экәртеүгә өлгәшелде”, —  тип белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 72,88 проценты тауыш биргән. Фирҡә-лидерҙар — “Берҙәм Рәсәй” – 67, 81 процент, КПРФ –14,95, ЛДПР – 6,7, “Новые люди” – 3,02 , “Справедливая Россия” – 2,69 процент тауыш йыйған.

Радий Хәбиров белдереүенсә төбәк билдәләнгән йөкләмәләрҙе үтәне. ”Дөйөм алғанда иң мөһим бурысты үтәнек. Беҙ граждандарҙың тыныс һәм хәүефһеҙ тауыш биреүен тәьмин итергә тейеш инек. Участка комиссияларының барыһы ла яҡшы эшләне. Һайлауҙарҙың сәйәси көрәш икәне билдәле. Көрәш көсөргәнешле булды, “ – тине республика башлығы.