Пермь крайында фажиғә

Тулыраҡ: Пермь крайында фажиғә

Радий Хәбиров Пермь крайындағы фажиғә сәбәпле Хөкүмәт ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе.

Пермь университетында студенттарға ҡорал менән һөжүм иткәндәр. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров, ҡаза күргәндәр тураһында мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек тәьмин итер өсөн тейешле саралар күрергә ҡушты.

Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә барған минуттарҙа Пермь университетында билдәһеҙ кешенең студенттарға ҡоралдан атыуы тураһында билдәле булды. Көнэлгәре мәғлүмәттәр буйынса һигеҙ кеше һәләк булған.