Көндәрҙе һыуыта

Тулыраҡ: Көндәрҙе һыуыта

21 сентябрҙә 6 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы иҫкәртә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә. Төндә берҙән алты градусҡа тиклем һыуытып ҡырау төшә. Урыны менән дүрт градус йылы. Көндөҙ һауа температураһы +8,+13 градус.

Юлдарҙа, айырым урындарҙа томан.