Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Тулыраҡ: Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән.

«Шуға күрә 21 сентябрҙә йылытыу миҙгелен башларға тәҡдим итәм», — тип мөрәжәғәт итте ул республика етәксеһенә. Көньяҡ райондарға килгәндә, Алан Марзаев билдәләүенсә, йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарарҙы, һауа температураһы күрһәткестәренән сығып, муниципалитет башлыҡтары ҡабул итәсәк.

Бөгөнгә мәктәп, дауахана һәм балалар баҡсаларының 99 процентына йылы бирелгән. Белорет, Дыуан, Салауат райондарында — берәр, Ишембай районында — ике, Өфөлә — өс социаль объект йылытылмай. Йылы бирелмәүҙең сәбәптәре төрлө.

«Мәсьәләне муниципалитет башлыҡтары күҙәтеүгә алды», — тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы.

Алан Марзаевтың докладын тыңлағандан һуң, Радий Хәбиров яҡын арала барлыҡ социаль учреждениеларға йылы бирергә ҡушты. Ул шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ныҡлап уйларға тәҡдим итте.

«Был мәсьәләне халыҡ менән хәл итегеҙ. Хәҙер үк йылы бирһәк, сентябрь өсөн түләү ҡағыҙҙары килгәс, фатир хужалары ҡәнәғәтһеҙлек белдерер. Аҙна аҙағында көндәрҙең йылытыуын көтәбеҙ, ике-өс көн йылы ойоҡ кейеп йөрөргә, форточкаларҙы асмаҫҡа ла мөмкин. Быға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым», — тине Радий Хәбиров..