Пандемия шарттарындағы һайлау

Тулыраҡ: Пандемия шарттарындағы һайлау

Шуға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү төп шарт ине. Һәр һайлау участкаһында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү төп шарттарҙың береһе. Барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы халҡы һайлау кеүек мөһим сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Һәр һайлау байрам кеүек үтә, ти улар. Әфҡәт Ниғмәтуллин 2316-сы һайлау участкаһына беренселәрҙән килеп үҙ тауышын бирҙе. Ил тарихында беренсе тапҡыр өс көн дауам иткән һайлауҙар Рәсәй сәйәсәте өсөн яңы тәжрибә. Был, тәү сиратта, пандемия шарттарында хәүефһеҙлек өсөн эшләнелде. Икенсенән иһә, халыҡ өсөн уңайлы. Кеше ҡасан теләй, шунда килеп һайлай ала. Башҡортостанда барлығы өс мең дүрт йөҙ ҙә өс һайлау участкаһы эшләне. Шул иҫәптән 39 участка граждандарҙың ваҡытлыса килеү урыны менән бәйләнгән. Һайлау участкаһы рәйестәре билдәләүенсә, быйылғы һайлауҙа ла йәштәрҙең күп ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән күреү һәләте сикләнгән граждандар өсөн быйыл ете һайлау участкаһы билдәләнде. Икәүһе Өфө ҡалаһында. Уларҙа махсус трафареттар һәм 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға эре шрифт менән әҙерләнгән мәғлүмәт сығанаҡтары файҙаланылды. Һайлауҙың беренсе көнөндә үк беренселәрҙән булып Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Һайлауҙың һуңғы көнөндә 109-сы һайлау участкаһында Радий Хәбиров хәләл ефете менән үҙ тауышын бирҙе. Төбәк Башлығы һайлауҙарҙың республика өсөн мөһимлеге тураһында белдерҙе. Сөнки беҙ киләһе биш йылға илдең яңы сәйәси курсын билдәләйбеҙ, тине Радий Хәбиров. Радий Хәбиров быйылғы һайлау ойошҡанлы һәм тыныс үтте, тип белдерҙе.