Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Тулыраҡ: Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп үтәне. Был — республика башлығы Радий Хәбировтың рәсми белдереүе. Төбәк халҡының күбеһе “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе сәйәсәтен хуплай. Партия өсөн электораттың 68 процент самаһы үҙ тауышын биргән. Коммунистарҙы электораттың яҡынса 16 проценты, Либерал – демократтар фирҡәһе сәйәсәтен һайлаусыларҙың 6 проценты яҡлап сыҡты. Башҡортостан парламентында иһә хәҙер яңы өс депутат. Заһир Хәкимов Талбазы округында йәшәүселәр мәнфәғәтен яҡларға тейеш. Сатраш уйыны буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина менән балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса элекке вәкил Милана Скоробогатова ла хәҙер депутат мандатына эйә. Радий Хәбиров буласаҡ депутаттарға үҙ наказын бирҙе. Башҡортостанда коронавирус ныҡлап тарала. Республикала көн һайын кәм тигәндә 300 кешелә ошо ауырыу өлгөләре табыла. Тик күҙаллауҙар ҡыуанырлыҡ түгел. Коронавирустың хәҙер дүртенсе тулыҡыны көтөлә. Сир балаларға һәм өлкәндәргә ҡурҡыныс менән янай. Республика һайлауҙарҙы имен үткәреп, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә яңы саралар күрһә, алдағы тағы бер һынау – йылытыу миҙгеле. Көндәрҙең һалҡын тороуо арҡаһында, Башҡортостанда йорттарҙы, социаль обьекттарға йылы биреүҙәре ихтимал. Тик көндәр йылытыуы уны күсерергә мәжбүр итә. Тағы шуныһы. Төбәктә авариялар һәм уларҙағы ҡорбандар һаны көнләп түгел, ә сәғәтләп арта. Радий Хәбиров юл хәрәкәте хеүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының көсәйтелгән эш режимына күсереү яҡлы. Дүшәмбелә аграр сектор, тармаҡтағы яңы проекттар тураһында һүҙ барҙы. Ғаилә фермалары, кооперациялар — улар ауыл хужалығы киләсәген тәьмин итеүсе нигеҙ. Вице-премьер Илшат Фазрахмановты тыңлайыҡ. Ә бына көнсығыш үткәүелен иһә һуңғы йылдарҙағы иң ҙур проекттарҙың береһе тип атарға мөмкин. Тап шуға ла был төҙөлөшкә айырым иғтибар. Көнсығыш үткәүеле транспорт системаһын камиллаштырыуға ла мөмкинлек бирә. Тимәк, туристик автобустар күбәйер тигән өмөт бар. Тик Башҡортостанда сәйәхәтселек тармағы һаман аҡһай. Аҡыллы һүҙҙәр күп булһа ла Радий Хәбиров кәңәшләшеп эшләү яҡлы. Коронавирус һәм тағы ла бер тапҡыр коронавирус. Уҙған йәй республикала балалар ялын ойоштороуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленһә лә, пандемия сәбәпле тиҫтәләгән үҙәк үҙ эшен ваҡытынан алда тамамлаған. Радий Хәбировтың кәңәшмәлә белдереүҙәренең бер-нисәүһе. Башҡортостан башлығы йылытыу миҙгеле менән бергә ҡышҡылыҡҡа техниканың әҙерлеген онотмаҫҡа саҡыра.