Акцияла Өфө лә ҡатнаша. Ә яҙмышы йыһан темаһына бәйле ватандаштарыбыҙ ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Авиация подполковнигы Фәнил Гәрәев Саратов өлкәһе Энгельс ҡалаһында хеҙмәт иткән. Ярты быуаттан ашыу осорҙағы иң сағыу мәлдәре, әлбиттә, 1961 йылдың 12 апреле менән бәйле. Теүәл 55 йыл элек үткән вағиғалар тураһында ул тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләй.
Гагарин ергә төшкән урында тәүҙә ябай таш, һуңынан обелиск урынлаштырҙыҡ, тип хәтерләй Фәнил Арыҫлан улы. Тарихты иһә фотоһүрәттәр дәлилләй. Гагарин күк скафандрҙа, ялан баш ине. Уның команда пунктына Мәскәүгә шылтырартырға килгән мәлен бер өлгөр лейтенант төшөрөп алған. Беренсе космонавт халыҡ араһынан һанаулы минутта ғына үтеп китһә лә, һуңынан уның һәр аҙымын, һәр һүҙен хәтерләп тәьҫораттар уртаҡлаштыҡ, ти авиация ветераны.
Юрий Гагариндың Ер тирәләй осҡан 108 минуты йыһан киңлектәрен артабан асыу, фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеген бирҙе. Кешеләр Айға барып ҡайтты, Ҡояш системаһы планеталарының барыһын да тиерлек тикшереү сараһын тапты. Йыһан әленән-әле йәш быуындарҙың мауығыуҙар даирәһе булып ҡала. Ер кешеһенең тәүге осошона 55 йыл тулыу уңайынан Өфөлә асылған Гагарин үҙәгендә шөғөлләнеүселәр шуны дәлилләй. Мәктәп уҡыусылар бында өҫтәмә техник белем алыу өсөн килә. Осоусы-космонавттар менән аралаша, Араларында космонавт булыу тураһындағы хыял йөрөткәндәр ҙә бар. Бөгөн, Космонавтика көнөндә илдең күп төбәктәрендә төрлө саралар үтә. Рәсәй ҡалалары майҙандарында ҡыҙыл нөктәле махсус ракеталар ҡуйылған. Ошондай махсус ракета Өфөләге Конгресс-Холл ҡаршыһында ла тора. Уға баҫып һәр кем йыһанға мәхәббәтен белдерә ала. Ракеталарҙағы счетчик 27-се апрелдә туҡтатыла. Иҫәпләүҙәре һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә йыһанды иң яратҡан ҡала билдәләнергә тейеш. Әлеге минуттарҙа иһә Гагарин осошона арналған флеш-моб барышында йәштәр Гагарин рәсеме төшөрөлгән 3000 шарҙы күккә осорҙо.