Йәй эҫе буласаҡ. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов киләһе һайлау алды кампанияһын шулай тип баһаланы

Тулыраҡ: Йәй эҫе буласаҡ. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов киләһе һайлау алды кампанияһын шулай тип баһаланы

„Берҙәм Рәсәй„ сәйәси партияһы 22 майҙа Рәсәйҙең бар төбәктәрендә парламент һайлауҙарына кандидаттарҙы көнэлгәре һайлау ойошторола. Был көн алдынан партияның Башҡортостан төбәк ойоштороу комитеты кандидаттар исемлеген раҫланы.

За кадром. Башҡортостан исемлегендә 108 кандидат. Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш йыйғандар 22-се майҙа депутатлыҡҡа кандидат булараҡ күрһәтелә. „Берҙәм Рәсәй„ сәйәси партияһы төбәк идараһы рәйесе Константин Толкачев 15-се февралдән 10-сы апрелгә тиклем алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләк белдергән һәр кемдән документтар ҡабул ителде, тип белдерҙе. Төп талап – хөкөмгә тартылмаған булыу, сит ил активтары булмау һәм 21 йәш тулыу. Тауыш биреү өсөн күрһәтелгән кандидаттар алдында республика башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Йәй сәйәси мәғәнәлә ысынлап та эҫе буласаҡ, тине Рөстәм Зәки улы. Һайлау алды кампанияһы ҡатмарлы шарттарҙа ойошторола.