Павловка һыуһаҡлағысында ташҡын һыуҙарын үткәреү эштәре башланды

Тулыраҡ: Павловка һыуһаҡлағысында ташҡын һыуҙарын үткәреү эштәре башланды

Был сара планға ярашлы башҡарылһа ла Ҡариҙел йылғаһының аҫҡы ағымында урынлашҡан ҡайһы бер биләмәләрҙе һыу баҫыу хәүефе бар. Бер тәүлек эсендә генә йылға урыны менән 1 метрға тиклем күтәрелә. Шулай ҙа был көслө ташҡын эҙемтәләрен кәметеүҙең төп сараһы. Сирена шлюз асылыуы хаҡында иҫкәртә. Һыу шарлауыҡтан секундына 8 метр тиҙлек менән урғыла. Бер-нисә минут эсендә миллиондарса тонна плотинанан сығып Ҡариҙел йылғаһын туйындыра. Быйыл ташҡын көслө булыуын иҫәпкә алып һыу ташлау ғәҙәттәгенән алдараҡ башланды. Тәбиғәт циклдарына таянып бында оҡшаш йылдарҙы ла асыҡлап өйрәнгәндәр. Мәҫәлән, быйылғы ташҡын 2002 йылғыға оҡшаш, йәғни ул ике айға яҡын дауам итәсәк. Был гидроэлектростанцияның йөрәге, бина тулыһынса тиерлек һыу эсендә урылашҡан. Тап ошонда бөтә процесстар барышы күҙәтелә. Һыу тәрәнлеге, быуаның артымы, ағым тиҙлеге, бөтәһе лә мониторҙа. Кимәл 133-сө билдәнән үтһә затворҙар асыла. Быуа ирегән ҡар һыуҙарын тулыһынса ҡабул итә алмай. Шунлыҡтан көслө ташҡынға тиклем һыуһаҡлағыс мөмкин тиклем бушатыла. Әлеге ваҡытта быуа ни бары 15 процентҡа ғына тулған. Һыу запасы 133-сө билдәнән артмаҫҡа тейеш. Бының өсөн көнөнә ике тапҡыр затвор асыла. Көндәр кинәт йылытып, йә ямғыр яуып һыу килеме көсәйгән осраҡта һыу ташлау тәүлегенә 3-4 тапҡыр башҡарыласаҡ. Шулай ҙа ул йылға ярына яҡын урынлашҡан биләмәләрҙе баҫмаҫҡа тейеш. Процедураны ташҡынға ҡаршы комиссия ҡәтғи еконтролдә тота. Барлыҡ һыуһаҡлағыстар ҙа бер юлы асылмаһын өсөн һыу ташлау график буйынса үтәлә. Юғиһә Ҡариҙел, Ағиҙел, Дим йылғалары ҡушылған урында, Өфө тирәһендә ташҡын хәүефе артып китеүе ихтимал.