Йорттарҙа йылы тураһында бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы 22 сентябрҙән эш башлай. Ошо хаҡта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта “Маяҡ” радиостанцияһы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса эксперт ВадимБеляков белдерҙе.
Фатир йылытыуға ҡағылышлы бар һорауҙарға 277-09-11 телефонынан тәүлек әйләнәһенә яуап бирергә әҙерҙәр. Өфө хакимиәте Республика башлығының йөкләмәһенә ярашлы ҡышҡы миҙгелде үткәреү буйынса оператив штаб ойошторҙо.
Башҡала халҡы колл-үҙәккә шылтыратып йылы биреү, түләү документтарындағы һандарға ҡағылышлы бар һорауҙарын бирә ала. Вадим Беляков Оперштабтың тик күҙәтеүсе ойошма икәненә баҫым яһаны. Уның төп бурысы – йылы биреүселәр менән ҡулланыусылар араһында бәйләнеш булдырыу. Телефондан тыш башҡала хакимиәтенең рәсми сайтындағы “Уфаинтерактивная” бүлегендә лә граждандарҙан йылытыу селтәре эшенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Оперштабтың тағы ла бер мөһим бурысы – граждандарға түләүҙәрҙе үҙ-аллы тикшереү ысулдарын аңлатыу.
Мәғлүм булыуынса, башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль объекттар. Күп фатирлы йорттарға йылы биреү һауа температураһына бәйле. Әле һауа температураһы бер нисә көн рәттән +8 градустан түбән. Кесе йоманан Башгидрометүҙәк көндәрҙең йылытыуын күҙаллай.