Нисек йәшәйһең ветеран?

Тулыраҡ: Нисек йәшәйһең ветеран?

Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын билдәләүгә бер айҙан аҙраҡ ваҡыт ҡалды. Ошо уңайҙан беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, уларҙың йәшәү шарттары тураһында репортаждар шәлкемен дауам итәбеҙ. Ҡырмыҫҡалы районы Арыҫлан ауылында йәшәүсе Ҡәҙриә Моратшина 1931 йылда донъяға килгән. Мәктәпкә лә бармайынса ул колхоз яландарында эшләй башлай һәм бар ғүмерен хужалыҡҡа бағышлай. Әммә, ул емерелеп барған йортта йәшәргә мәжбүр. Сәләмәтлеген аямай эшләгән тыл хеҙмәтсәндәре ошондай тормошҡа лайыҡмы.

85 йәшен ҡыуалаған Ҡәҙриә Моратшина күҙ йәштәрен тыя алмай. Хеҙмәт юлы ете йәшенән башланып, бөтә ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған тыл ветераны насар шарттарҙа йәшәй. Өйҙөң түбә таҡталары бөгөлөп төшкән, ҡайһы бер урындарҙан хатта һыу аға. Тыл ветераны әйтеүенсә, ҡышын ел булһа, тәҙрә пәрҙәләре һелкенеп тора. Шуға күрә ул шәл ябынып, быйма кейеп, төн сыға. Көндәр йылытһа ла оло инәйҙең иҙәне һыуыҡ. Сәбәбе ябай ғына. Көҙҙән бөтә баҙға һыу ингән. Ваҡытында бураны серек ағастан күтәргәндәр. Хәҙер иһә уның күпселек бүрәнәләре онталып бөткән.Тимерҙән ябылған йорт ҡыйығы тутығып, яраҡһыҙ хәлгә килгән. Ә солан шиферҙары осоп китмәһен өсөн, уның өҫтөнә кирбес һалып ҡуйғандар. 1960 йылда төҙөлгән йорт күптән бер яҡҡа ҡыйшайған. Уның нигеҙе генә түгел, хатта аҫҡы бүрәнәләре ер аҫтына киткән. Ҡәҙриә Моратшина әйтеүенсә, төндәрен йоҡлауы ла ҡурҡыныс, сөнки, бураның шытырлап емерелгәне ишетелеп тора.

Мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙ Иҫке Муса ауыл биләмәһе башлығына барҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ул эш урынында булмай сыҡты, телефон аша мәсьәләне аңлатҡас, Айҙар Сәйәпов бына нимә тине.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә тыл ветеранының торлаҡ мәсьәләһе тураһында хәбәрҙар. Ләкин, әлегә бер нисек тә ярҙам итә алмайҙар. Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тиңләштерелгән тыл хеҙмәтсәндәренә башҡалар менән бер рәттән сиратта тороп, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡандарын көтөргә генә ҡала.