22 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары 40-сы ижад миҙгелен аса. Ҙур сәхнәгә 14 ижади коллектив сығырға әҙерләнә. “Премьер” вокал төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, “Ятаған” этно-төркөмө, ҡурайсылар Илнур Һибәтуллин менән Земфира Рәшитова, шулай уҡ концерт залы нигеҙендә оҙаҡ йылдар балалар һәм ололар менән эшләгән ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Улар араһында “Ассоль” йыр-хореография төркөмө, “Гранде” ритм-балеты, “Шаян”, “Guzal-Dance” төркөмдәрен һәм башҡаларҙы билдәләп үтергә мөмкин.
80-се йылдар стилендә театрлаштырылған тамаша ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы.
Тамаша барышында Дәүләт концерт залының медиаүҙәге юбилей миҙгелен асыу уңайынан әҙерләгән репортажын да күрһәтергә ниәтләй.