Башҡортостандың 12 районында бер нисә мәктәп дистанцион уҡыуға күсә. Был хаҡта Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
14 көн дауамында ситтән тороп уҡыу тәртибе Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл райондарында 5, 6, 7, 8, 10 класс уҡғыусылары өсөн индерелә.
Льгота файҙаланған категориялы ғаиләләргә был арауыҡта бушлай туҡланыу хоҡуғы булған 5-8 һәм 10 класс уҡыусылары өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаларын тапшырыу ойошторола.
Был класс һәм райондарҙы дистанцион уҡыуға күсереү тураһындағы ҡарарҙы һәр мәктәптә санитар-эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып муниципалитеттың коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабы ҡабул итә.