Хөкүмәттә яңы вазифа

Тулыраҡ: Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған.

Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән юғары белемле 21 йәштән кесе түгел Рәсәй гражданины тәғәйенләнә. Уның ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә бер йылдан да кәм түгел хеҙмәт тәжрибәһе булыуы мотлаҡ. Күрһәтмәгә ярашлы советник йәмәғәт башланғысында эшләй. Дәғүәселәрҙе вазифала Республика башлығы раҫлай.