Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Тулыраҡ: Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1 миллион 144 меңе уны тулыһынса тамамлаған.