Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе. Фатир йылытыуға ҡағылышлы бар һорауҙарға бөгөндән 277-09-11 телефонынан яуап бирергә әҙерҙәр. Өфө хакимиәте Республика башлығының йөкләмәһенә ярашлы, ҡышҡы миҙгелде үткәреү буйынса оператив штаб ойошторҙо. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль объекттар. Күп фатирлы йорттарға йылы биреү һауа температураһына бәйле. Марат Ғәйфуллин кесе йоманан әбейҙәр сыуағына иҫәп тота. Башгидрометүҙәктең әлегә йылы көндәр күҙаллауы сәбәпле. Коронавирус инфекцияһына йылы көндәр сик түгел. Яуыз сир миҙгел киҙеүе менән бергә ҡотора. Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина Өфөлә сир үткәргәндәр һаны 17 мең 869, үткән тәүлектә 92 кешелә анализ ыңғай реакция күрһәткән тип белдерҙе. Киҫкен респиратор инфекция менән пневмония осраҡтары ла йышая. Гриппҡа ҡаршы вакцинаны халыҡтың бары 10 проценты һалдырған. Балалар өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина булмау сәбәпле Сергей Греков мәктәптәрҙә генә түгел өҫтәмә белем биреү йорттарында ла хәлде күҙәтеүгә алырға тәҡдим итә. Өфө 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә. Күмәк ял урындары матурлана – Совет майҙанында музыкаль фонтан төҫтәр менән уйнай, яңыртылған Беренсе май паркы асыҡ, “Көньяҡ” йәмәғәт биләмәһе әҙерләнә, торлаҡ йорттар төҙөлә. Ағиҙел аръяғын үҫтереүгә төп нигеҙ булараҡ Өфөлә күләмле инфраструктура объекты ҡорола. Башҡаланың яңы микрорайондарын һыу һәм канализация селтәре менән тәьмин итеүсе һыу үткәргестең оҙонлоғо 23 километрҙан ашыу. Уның менән бергә «Затон-Көнсығыш» канализация-насос станцияһы ла төҙөләсәк. Әле төҙөүселәр траншеялар ҡаҙыу һәм торбалар һалыу менән мәшғүл. Объект 2023 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырыуға әҙерләнә. Сибайҙа үткән инвестиция һабантуйында төҙөлгән килешеүҙәр буйынса Өфөлә танылған дөйөм туҡланыу бренды хеҙмәтләндереү селтәрен киңәйтергә ниәтләй, билдәле стоматология үҙәге клиникаларын асырға йыйына. Шулай уҡ башҡалала Александр Семактың күп йүнәлешле спорт үҙәген төҙөү һәм комплекслы реабилитация системаһын булдырыу тураһында һүҙ бара. Оператив кәңәшмәне йомғаҡлап Сергей Греков Өфө халҡын National Geographic Traveler журналының “Рәсәй хазиналары” тигән яңы проекты барышында «Арт-КВАДРАТ» ҡала үҙәге өсөн онлайн тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Пермдәге фажиғәлә яҡындарын юғалтҡандарҙың ауыр ҡайһының уртаҡлашып хакимиәт башлығы Өфөлә белем биреү йорттарында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
Өфөлә оператив штаб эш башланы
Тулыраҡ: Өфөлә оператив штаб эш башланы