Ике фатир, сауна һәм бассейн

Тулыраҡ: Ике фатир, сауна һәм бассейн

Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү эштәрен” башлап, йорт подвалында бер түгел, ике фатир барлығын асыҡлай. Ниндәйҙер ысул менән барлыҡҡа килгән был фатирҙар күп уңайһыҙлыҡтар булдырҙы, ти Камилла Ефимова. Күп ҡатлы йорт подвалындағы ике фатир хужалары беҙҙең ижади төркөм менән һөйләшергә теләмәне. Хужаның берәүһе генә йылылыҡ, газ һәм ут өсөн квитанцияны үҙҙәре түләүҙәрен иҫбатлап видео төшөрөп беҙҙең редакцияға ебәрҙе. Тик был фатирҙарҙы улар ниндәй ысул менән алғандар-быныһы башҡалар өсөн ҙур һорауҙар тыуҙыра. Халыҡ һүҙҙәренсә, улар идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ҡыҫҡаһы, документтар ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Документтар буйынса, тап ошо урында күптән спорт залы булырға тейеш ине, ти урындағы халыҡ. Әммә, күренеүенсә, бында бер ниндәй ҙә зал юҡ һәм ул берәй ҡасан булырмы, быныһы, әлбиттә, билдәһеҙ. Фатирҙан тыш, подвалда шулай уҡ 2000-се йылдарҙан алып “Нур” тип исемләнгән хостел эшләп килә. Был хостелда сауна һәм бассейн да бар. Халыҡты квитанциянан тыш, йорт торошо борсой. Сөнки дымлылыҡ арҡаһында үңәҙ барлыҡҡа килә, стена аҡтарыла. Әлбиттә, хостел хеҙмәткәрҙәре телефонға яуап бирмәй, ишекте лә асмай. Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығында подвалда урынлашҡан фатирҙар шәхси милексе исемлегендә, тип белдерҙеләр. Шулай уҡ идара итеү компанияһы менән “Нур” хостелы араһында бер ниндәй ҙә килешеү юҡлығы асыҡланды.Октябрь районы хакимиәтенә лә был проблема асыҡ. Күп ҡатлы йортта урынлашҡан хостелдың хужаһы ла билдәле түгел. Шуға күрә, әле тикшереү эштәре башланды. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа быйыл БАШРТС ойошмаһы өс йыл өсөн 500 мең һум аҡсаны кире ҡайтарған. Ә хостел проблемаһын хәл итеү өсөн йәшәүселәргә прокуратура һәм күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итергә тура килә.