Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж кооперативы 1989 йылда ойошторолған. Ә Максим 2010 йылдан гараж хужаһы. Ҡала ерендә гаражың булыу бик мөһим, ти автоһәүәҫкәр. Ҡасандыр һаҙлыҡ булған был ерҙе 1989 йылда моторҙар эшләү заводы хеҙмәткәрҙәренә, хеҙмәт һәм һуғыш ветерандарына гараж ҡуйыу өсөн бирәләр. Шул ваҡыттан кооператив ойошторола һәм йәмғеһе 700-гә яҡын кеше гаражлы була. Гараж фильмы эстәлегенә ярашлы, бында ла яңы төҙөлгән йорттарға юл һалған ваҡытта әллә күпме хужа гаражын алырға мәжбүр була. Кемдер тимер боксын металлоломға тапшыра, кемдер күсерә, һатып ебәрә. Әле бокстарҙың һаны 400 тирәһе. 1 сентябрҙән «гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде. Законға ярашлы, ябайлаштырылған формала гаражға һәм биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Бының өсөн үҙидара органдарына мәрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ процедураны башҡарыу тәртибе Росреестрҙың рәсми сайтында ла күрһәтелгән. “Гараж амнистияһы” тураһындағы закон тимер бокстарҙан тыш, пенал формаһындағыларына ла ҡағыла. Тимәк, хәҙер инде гараж ерен төҙөлөш өсөн бушатыуҙы һорайҙар икән, хужа компенсацияға дәғүә итә ала. Шәхси милек булараҡ теркәлгәс, уларҙы һата, бүләк итә, мираҫ итеп ҡалдыра ла ала. Был яңылыҡты гараж хужалары ҡыуанып ҡабул итте, ти кооператив рәйесе Римма Закирова. «Гараж амнистияһы» тураһындағы ҡанунға ярашлы, 2004 йылдың 31 декабренә тиклем һалынған һәм дәүләт йәки муниципаль ерҙә урынлашҡан гараждар амнистияға эләгә. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә 35 меңдән ашыу гараж шәхси милек булараҡ теркәлмәгән. Был һан яҡынса ғына. Сөнки гараждарҙың күбеһе кадастр иҫәбенә ҡуйылмаған, тимәк күсемһеҙ милек реестында һаналмай. “Водопад” кооперативы ағзалары Росреестрға коллектив мөрәжәт ебәреү өсөн 300-ҙән артыҡ ғариза һәм документтар тупланмаһы әҙерләгән дә инде.Был ғәмәл ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, ти кооператив ағзалары.Росреестр белгестәре әйтеүенсә, 2026 йылғаса бихисап бокстың хужаһы асыҡланасаҡ. Тап ошо мәлгә тиклем гараж амнистияһы тураһындағы ҡанун ғәмәлдә ҡала.
«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде
Тулыраҡ: «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде