COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Тулыраҡ: COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте.

Пандемия мәдендә коронавирустан йыл һайын вакцина яһатыу ойошторола, тип белдерә төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Бөгөнгә алынған мәғлүмәттәр буйынса үткән тәүлектә 319 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Өфөлә генә 91 кешелә сир асыҡланған. Пандемия башынан сиргә юлыҡҡандар һаны алтмыш өс мең ярымдан ашты. 55 399 сирле һауыҡҡан, 367 кеше дауахананан үткән тәүлектә ҡайтҡан. Әлегә 6 745 кеше сир менән көрәшә, 634 сирле дауаханала, улар араһында 99 бала. 40 сирле ауыр хәлдә, 11 сирлегә яһалма һулыш аппараты кәрәккән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса дауаханаларҙа инфекцион койкаларҙың 98 проценты файҙаланыуҙа. Коронавирус йөрөтөүселәр менән бәйләнештә булған 1825 бала карантинға оҙатылған.

Яуыз сир ҡорбандары һаны үткән тәүлектә йәнә 16 кешегә артты. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан барыһы 1439 кеше һәләк булды.

Максим Забелин COVID-19-ҙан прививканы йыл һайын яһатырға тура киләсәкме тигән һорауға яуап бирҙе. Министр билдәләүенсә, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан вакцинаны профилактик прививкалар календарына индергән. Календарь вакцинацияның ике төрөн күҙ уңында тота – беренсеһе иҫкәртеү маҡсатында, икенсеһе эпидемиологик күрһәткестәр буйынса. Коронавирусҡа ҡаршы вакцина эпидемия хәүефе сәбәпле яһатыла. Пандемия дауамында вакцина йыл һайын эшләтеләсәк.

Бөгөнгә республикала 1 миллион 254 мең кеше коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатҡан, шуларҙың 3 меңдән ашыуы – үткән тәүлектә.