25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө, #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.
Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу майҙанында шәмбе өмәләре ойошторола. Йәмәғәт институттары, бизнес даирәләре, муниципалитеттар, халыҡ бер командаға берләшеп эшләргә әҙерләнә.
Ҡала һәм ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе хеҙмәттәштәре, ғаиләһе, дуҫтары менән йыйылып тирә-яҡта таҙалыҡ урынлаштырырға саҡырабыҙ, ти Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.
“Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” – сүп-сар менән көрәшкә йүнәлтелгән социаль программалар ғәмәле. Ул йыл һайын ойошторола. Акция барышында урман, ялан, һыу ятҡылыҡтары ярҙарына айырым иғтибар бирелә. Мөмкин булған урындарҙа сүп-сар айырып йыйыла.
Өмәлә ҡатнашыусылар ҡалдыҡтар менән заманса эш итеү, экологик тормош рәүеше, сүпте айырым йыйыу тураһында белешмә акцияларын үткәрә.
Үткән йылда #Сделаем2020 Бөтә Донъя таҙалыҡ акцияһында Башҡортостандан 75 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. “Тәбиғәтте һаҡлау саралары һәр ҡала һәм районда үтте. Күмәк йыйыштырыу эштәрендә 3 мең 900 кубометр сүп-сар йыйылды”, — тип белдерҙеләр ведомствола.