300 уҡытыусы ауырый

Тулыраҡ: 300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте. Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары.

«36 мең педагогтың әле 300-ө сирләй. Вакцинация проценты беҙҙә башҡа социаль төркөмдәр менән сағыштырғанда иң юғарыһы, тиерлек. Мәктәп уҡытыусыларының 84 проценты коронавирус инфекцияһына ҡаршы ике компонентлы прививка яһатты», — тине республиканың Фән һәм мәғариф министры.