Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.
«Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе мөмкин. Ата-әсәнең был хәлде аңлауын үтенәм, — тине Айбулат Хажин. — Беҙ киләһе ике аҙнала белем биреү йорттарында сир таралыуға сик ҡуйылыр тигән өмөттә. Эпидемиологик хәл тотороҡланғас та ғәҙәттәге уҡыу тәртибенә күсәбеҙ».
Министр шулай уҡ бөгөнгә иң “ҡыҙыл зона” тип дистанцион уҡыуға күсергә ҡарар иткән 12 районды билдәләне. Дөйөм алғанда муниципалитет ҡарарҙарына ярашлы 116 мәктәптә уҡыған 23 мең ярым уҡыусы өйҙә күнегеүҙәр менән шөғөлләнәсәк. Был республикалағы мәктәп уҡыусыларының 4,5 проценты.