Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Тулыраҡ: Мәктәп һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр

Роспотребнадзор мәктәп һәм балалар баҡсаларында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшерә. Бөгөнгә тикшереү үткән Өфө мәктәптәрендә санитария-гигиена талаптарының теүәл үтәлеүе асыҡланған. Билдәләнгән тәртипте боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Роспотребнадзорҙың баш белгес-эксперты Гөлнур Хайбрахманова белдереүенсә, башҡаланың 22-се мәктәбе антисептиктар менән тәьмин ителгән, дезинфекция сараларын ҡулланып йыйыштырыу эштәре ойошторолған. Коридор һәм уҡыу кабинеттарында һауаны зарарһыҙландырыусы рециркуляторҙар эшләй. 50-се балалар баҡсаһында ла йоғошло сир таралыуға сик ҡуйыу саралары күрелгән.

Мәғлүм булыуынса, 22-23 сентябрҙән Башҡортосатндың 12 районында бер нисә мәктәптә 5-8, 10 класс уҡыусылары дистанцион белем алыу тәртибенә күсте. Был тәртип киләһе ике аҙна ғәмәлдә буласаҡ. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, ҡарар балалар араһында киҫкен респиратор сирҙәрҙең киң таралыуы сәбәпле ҡабул ителде.