Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Тулыраҡ: Бала хоҡуҡтарын яҡлау Ольга Панчихинаға ышанып тапшырылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп Ольга Панчихина тәғәйенләнде. Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте.

Ольга Панчихина республикала балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға бар тәжрибә һәм тырышлығын һалырға вәғәҙә итте. Башҡортостанда 900 меңдән ашыу бала йәшәй. Ольга Панчихина өсөн депутаттарҙың күпселеге тауыш бирҙе.

Билдәле булыуынса, Ольга Панчихина Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһын етәкләне, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Ул бихисап йәмәғәт инициативаһы һәм социаль проект авторы, социаль технологиялар һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү өлкәһе эксперты. Уның башланғысы менән байтаҡ хәйриә акциялары ойошторолған.

Тауыш биреү ғәмәленән һуң Ольга Панчихина ант бирҙе.

Әлегә тиклем Башҡортостанда балалар омбудсмены вазифаһын Милана Скоробогатова башҡарҙы. Милана Скоробогатова Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайланды.