Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Тулыраҡ: Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән 33 һорауға яуап бирергә тейеш. Һәр кем йәшенә, ғаилә хәленә, белеме, йәшәү шарттары, гражданлығына, милләте һәм туған теленә бәйле һорауҙарға йөрәге ҡушҡанса яуап ҡайтарырға хаҡлы. Мәғлүмәт мотлаҡ кешенең әйткән һүҙҙәре буйынса теркәлә. Ун йылға бер үтергә тейешле иҫәп алыу кампанияһы быйыл тәүге тапҡыр һанлы форматта үтә. Респонденттар үҙҙәренә уңайлы ысулды һайлап, ғәҙәти юл менән -иҫәпсенең йортҡа килеүен көтә, йәки электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙаллы “Дәүләт хеҙмәте” порталында тултыра ала. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу буйынса Башҡортостанда даими йәшәгән халыҡтың һаны 4 миллиондан артыҡ ине. Шул ваҡыттан республика халҡының һаны буйынса Волга буйы федераль округында тәүге урынды биләй. Иҫәп алыу кампанияһында республика буйынса 10 меңгә яҡын иҫәпсе йорттарға сығып эшләйәсәк. Улар шунса уҡ махсус программа ҡуйылған планшет менән тәьмин ителгән. Мөһим статистика тикшеренеүҙәре кампанияһында тупланған мәғлүмәттәр Росстатҡа исемһеҙ ебәрелә, өсөнсө кешеләргә тапшырылмай һәм респонденттарҙы идентификациялау өсөн файҙаланылмай, ти белгестәр. Шулай булғас, кампания барышында һорауҙарға мөмкин тиклем тулы яуап ҡайтарыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй.