Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй. 87 квадрат метр торлаҡ майҙанын элекке суйын торбалар бөтөнләй йылытмай. Һәр ҡыш йылы өсөн көрәшеп йәшәргә тура килә, ти ханым. Тик йылылыҡ өсөн килгән квитанцияларҙағы хаҡтар бер ҙә үҙгәрмәй, ә киреһенсә, арта ғына. Ҡаланың Блюхер урамының 6/4 адресы буйынса йәшәүселәр йылытыу миҙгелен күптән көтә. Тик торбалар 12 ҡатлы йорттоң яртыһын ғына йылыта, ти урындағы халыҡ. Ә йылылыҡ өсөн квитанциялар бөтәһенә лә килә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, төп проблема ул подвалдағы ике төрлө йылытыу системаһында. Берәүһе йортто төҙөгән йылда, икенсеһе яңыраҡ ҡуйылған. Йылытыу системаһы өсөн яуаплы идарасы компания иһә был проблеманы хәл итә алмай. Быйыл хатта, күп ҡатлы йорттоң йылытыу системаһы гидравлика һынауҙары ла үтмәгән. Был иһә, йорттоң яңы йылытыу миҙегеленә әҙер түгеллеген аңлата. Шулай ҙа был йортто урындағы хакимиәт күҙәтеүгә алған. Үткән аҙнала был проблема менән торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Алан Марзаев та танышҡайны. Мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала. Ә урындағы халыҡ иһә йылылыҡ өсөн артабан көрәшергә мәжбүр.
Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ
Тулыраҡ: Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ