Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль объекттар. Күп фатирлы йорттарға йылы биреү һауа температураһына бәйле. Башгидрометүҙәк әлегә йылы көндәр күҙаллай.
Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб
Тулыраҡ: Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб