Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

Тулыраҡ: Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

Евгений Кожевников хәҙер һөйәркәһе менән суд алдында яуап бирә. Быға тиклем ул күп һүҙле булһа, хәҙер “ләм-мим”. Кеше алдында төрмә йә ирекме тигән һайлау торһа, әҙәм балаһы, әлбиттә, мотлаҡ һуңғыһын һайлаясаҡ. Шуға ла ла 55 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән ир элекке мөхәббәтен ғәйепләй башланы. Илһам Әсәҙуллин менән Юлиә Марьясова оҙаҡ йылдар аралаша. Ҡатын бер-нисә тапҡыр уның фатирында ла була. Кистәрҙең береһендә ул ир янына тағы килә һәм фатир хужаһы йоҡлап киткәс, Евгений Кожевниковҡа ишекте аса. Тәүҙә улар хужаны үлтерергә бәлки йыйынмағандыр, әммә беренсе һорау алыу барышында Кожевников һөйгәне енәйәткә этәргәнен бәйән итә. Ир мөхәббәтенең әйткән әмерен үтәргә тотона. Тәүҙә йоҡлап ятҡан фатир хужаһына гантель менән һуға, һуңынан бысаҡ менән сәнсә. Енәйәт урынында тәфтишселәр барыһы ла нисек булғанын һөйләргә һәм күрһәтергә ҡушҡас, Кожевников беренсе һүҙҙәренән баш тарта. Тап ошо ҡатын Кожевниковтың һөйгән йәре. Әгәр ҙә ысын булһа, Юлиә Марьясова 55 йәшлек ирҙе үлтергән йә үлтерергә ҡотортҡан. Ҡатындың икенсе фекере бар. Үҙ ғәйебен ул танырға теләмәй. Кожевников һәм Марьясова бер-береһен нисек кенә ғәйепләмәһен, уларҙың икеһе лә ҡәтғи статьялар буйынса ғәйепләнә. Ғашиҡтар ҡасырға маташа. Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала уларҙың эҙҙәренә сыға һәм ҡулға ала. Кожевников һәм Марьясова ике айға изоляторға ябылды. Хәҙер улар күҙмә-күҙ тәфтиш эштәре барышында осрашасаҡ. Әммә элекке мөхәббәт һүрелгән, күрәһең, енәйәтселәр бер-береһен күрергә янып бармай. Икеһен дә ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.