Социаль селтәрҙән янау

Тулыраҡ: Социаль селтәрҙән янау

Башҡортостандың башҡалаһында йәшәгәндәргә танылған социаль селтәр аша янаулы видео һалалар. Бер нисә аккаунттан “Өфө атыу көт... Мин һеҙгә киләм...” тигән һүҙҙәр яҙылған видеоролик тарататылған. Администраторҙар яҙманы ҡамап тора, тик ваҡыт үтеү менән ул башҡа медиа биттәрҙә тағы барлыҡҡа килә.

Мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тикшереүгә алынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 сентябрҙә Пермь ҡалаһында фажиғә булды. Пермь дәүләт университеты студенты Тимур Б. дробовиктан атты. Алты кеше һәләк булды, 28 кеше яраланды.