Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ костюмы оҫталары араһында икенсе халыҡ-ара конкурс иғлан итте. “Тамға” бәйгеһендә милли кейем тегеүселәр, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, йүнәлеш буйынса һөнәр алған 16 йәштән өлкән студенттар ҡатнаша ала.
Ғаризалар беренсе октябрҙән егермеһенә тиклем ҡабул ителә. Конкурс эштәре “Башҡорттарҙың халыҡ кейеме – яңыртып ҡороу”, “Заманса автор костюмы”, “Балалар кейеме”, ”Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”, “Башҡорт традицион костюмы биҙәүестәре” йүнәлештәренә тап килергә тейеш.
“Башҡорт милли кейемен һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн”, “Башҡорт традицион костюмын пропагандалаған өсөн”, “Башҡорт мәҙәниәте амбассадоры”, “Ғаилә ҡомартҡыһы”, “Тамашасы һөйөүен яулаусы” тигән махсус приздар конкурстан тыш тапшырыла.
Конкурс барышында лауреаттарҙың ижади оҫтаханаһында ҡатнашырға, оҫталыҡ күнекмәләре алырға мөмкин. Йыл дауамында лауреаттарҙың конкурс эштәре күргәҙмәгә сығарыу ҡаралған. Конкурс программаһындағы костюмдарҙы финалда танытыу дефиле форматында үтә.
Бар ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте Республика халыҡ ижады үҙәгенән алырға мөмкин.