Башҡортостанда 12 төбәктә мәктәп уҡыусылары өйҙән тороп уҡыу тәртибенә күскәйне. Ошондай уҡ ҡарарҙы Күмертау муниципалитеты ла ҡабул итте. 27 сентябрҙән был ҡала мәктәптәренең 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый башлай.
Өйҙән генә белем алыуға күсеү тураһындағы ҡарар ҡала хакимиәтенең төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү саралары буйынса оператив штабы ултырышында ҡабул ителде. Ҡарар буйынса дистанцион уҡыу тәртибе киләһе 14 көндә ғәмәлдә ҡала.