Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Тулыраҡ: Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Башҡортостанда йылы көндәр оҙаҡ тормай. Көндөҙ һауа температураһының 8 градустан юғары булыуы 26 сентябргә тиклем генә көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең рәсми сайтында хәбәр ителә.

23-26 сентябрҙә республикала көндәрҙең йылы тороуы күҙаллана. Тәүлектең уртаса температураһы +8,+10°, көн уртаһында һауа 11-17 градусҡа тиклем йылына.

26-һынан 27 сентябргә ҡарай төндә төбәктән һалҡын һауа фронты үтә. Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһының кинәт түбәнәйеүе көтөлә. Төндә термометр бағанаһы -1,-6°, көндөҙ 4-6 градус йылыны күрһәтәсәк. Тәүлектең уртаса температураһы +1,+6°.