Ковидтан тағы ла 20 кеше һәләк булған

Тулыраҡ: Ковидтан тағы ла 20 кеше һәләк булған

Башҡортостанда үткән тәүлектә генә 374 кешенең коронавирус менән ауырыуы тураһында мәғлүм булды. 20 кеше һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 миллион 160 мең кеше тулыһынса иммунизация үткән. Хәбәр итеүебеҙсә, 12 районда 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелде.