Өфөлә төҙөлөш компанияһы Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәрҙең фатирҙарының квадрат метрын тап ошондай хаҡҡа һатып алырға тәҡдим итә. Һатмаған осраҡта ойошма йортта йәшәүселәрҙең берҙән-бер торлағын суд ҡарары менән тартып алырға уйлай. Яҡтар фекерен хәбәрсебеҙ Иҙел Алсыновҡа тыңларға тура килде.90 йәшлек Наталья Тимонина бер бүләмәле фатирҙа 63-сө йыл йәшәй. Ул хатта был ике ҡатлы йортто төҙөүҙә лә ҡатнашҡан. Теүәл 6 йыл элек был ерҙәрҙе комплексы үҫтереү өсөн төҙөүсе компанияға бирәләр. Тик 5 йылдан һуң ғына ташландыҡ ерҙәр ПСК-6 компанияһына күсә һәм август айында унда төҙөлөш эштәре башлана. Ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең күбеһе хаҡлы ялдағылар. Күптәре хатта күсергә лә риза. Тик төҙөлөш компанияһы бер квадрат метрҙы 50 мең һумға ғына һатып алырға әҙер. Ә бындай хаҡҡа бер ниндәй ҙә торлаҡ алып булмай, ти халыҡ. Шулай ҙа күптәр төҙөлөш компанияһы менән килешеүгә барырға әҙер. Төҙөлөш компанияһы иһә икенсе ысул — яңы төҙөлгән йорттарҙа ипотекаға фатир алырға ла тәҡдим итә. Ике ҡатлы утыҙ бер йортта йәшәүсе 500-ҙән ашыу кеше әле аптырашта ҡалған. Беренсенән-төҙөүсе компания суд ҡарары аша йорттарҙы авария хәлендә тип танытыуы ихтимал. Был осраҡта иһә фатир хужалары үҙ торлағын ҡалдырырға мәжбүр була. Икенсенән-күптәрҙе ипотекаға инеү ҡурҡыта. Юристар комплекслы үҫеш программаһына ингән йорттарҙа йәшәүселәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына, ҡала хакимиәтенә һәм республиканың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә.
Бер квадрат метрын 50 мең һумға
Тулыраҡ: Бер квадрат метрын 50 мең һумға