Өфөлә күләмле күргәҙмәләр эш башланы

Тулыраҡ: Өфөлә күләмле күргәҙмәләр эш башланы

Өфөләге ВДНХ комплексында төҙөлөш һәм транспорт тармаҡтарына арналған күләмле күргәҙмәләр эш башланы. “Урал транспорты” һәм “Уралстройиндустрия” форумдары кисә рәсми асылды. Тантанала Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика Башлығы форум ҡунаҡтарын сәләмләп “торлаҡ һәм инфраструктура тормош сифатына етди йоғонто яһай, беҙҙең маҡсат уны тағы ла яҡышртыу” – тине. 30-сы тапҡыр үткән төҙөлөш форумы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә тармаҡтағы иң алдынғы технологиялар, яңы материалдар, проекттар, заманса ҡоролмалар өлгөһө менән танышыу мөмкинлеге бар. Ошонда уҡ торолаҡ алыу, программаларҙа ҡатнашыу буйынса кончультация алырға мөмкин. Төҙөлөш өлкәһенә бәйле бар компетенциялар бер майҙанда йыйылған.Транспорт өлкәһенә арналған эшлекле сара быйыл 6-сы тапҡыр ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, ул илдең төрлө төбәктәрендә, хатта сит ил компанияларында ҡыҙыҡһыныу уята. Бында транспорт һәм юл инфраструктураһына бәйле һуңғы асыштар менән танышырға мөмкин. Пленар өлөштә мәҫәлән алдағы йылдарҙа Башҡортостан күперҙәр төҙөлөшөнә ҙур ярҙам аласағы хаҡында әйтелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләһе йылдарҙа күләмле проекттар күҙаллана.