Орлан юлға сыға

Тулыраҡ: Орлан юлға сыға

Әйткәндәй, форум сиктәрендә Өфө менән Ырымбур ҡалаларын тоташтырыусы тиҙ йөрөшлө “Орлан” поездына старт бирелде. Был поезд күрше өлкәгә 6 сәғәттә барып етә ала. Өфө менән Ырымбурҙы тоташтырған “Орлан” тиҙ йөрөшө поезы ике субъектты тоташтырған һәм даими хәрәкәт иткән составтар исемлегендә. Өфө, Дим станцияһы, Ҡарламан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау. “Орлан” ошо ҡалалар һәм ҡасабалар аша уҙырға тейеш. Маршрутты иҡтисади яҡтан да отошло, туристик йәһәттән дә уңай, тип иҫәпләйҙәр. “Орлан” тиҙ йөрөшлө поезы электричка бурысын да башҡарасаҡ. Пассажирҙар хәҙер авобус менән таксиға ҡарағанда, “Орланға” өҫтөнлөк бирә. Заманса вагондар, уңайлы ултырғыстар, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән юлсыларға айырым шарттар. Быларҙың барыһы ла “Орлан” поезының үҙенсәлектәре. Башҡортостан менән Ырымбур өсөн был состав тағы ла бер тарихи ваҡиғаға эйә. Һуңғы тапҡыр Өфөнән Ырымбурға айырым поезд бынан 11 йыл элек юлға сыҡҡан. Орлан тиҙлеге менән генә айырылмай. Ул яҡынса 2 миллион 300 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк.