Максим Дунаевский Өфөлә матбуғат конференцияһы үткәрҙе

Тулыраҡ: Максим Дунаевский Өфөлә матбуғат конференцияһы үткәрҙе

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рәсәйҙең халыҡ артисы Максим Дунаевский ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Сара билдәле композиторҙың юбилей концерты уңайынан ойошторолдо. Максим Дунаевскийҙың легендар әҫәрҙәрен беҙҙең илдә яттан белмәгән кеше юҡтыр. Билдәле совет композиторы ижады Ватан кинематографияһының алтын фондына ингән. “Һау бул, Мери Поппинс”,”Д”Артаньян һәм өс мушкетер”, “Осоусы карап”, “Карнавал” фильмдарын Максим Дунаевский көйҙәренән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. 28 һәм 29 сентябрь талантлы совет композиторы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейы уңайынан Өфө халҡына төрлө жанрҙарҙан торған үҙенсәлекле концерт программаһын тәҡдим итәсәк. Тамашаны һәр теләгән кеше Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ютуб каналы аша тура эфирҙа ҡарай аласаҡ.