Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанға рәсми визит яһаны. Делегацияны Республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Осрашыуҙарҙа Хөкүмәт вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән бер рәттән урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнаша. Визит барышында ике республика етәкселәренең осрашыуы көтөлә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығының Ҡаҙағстан Премьер-министры, Парламент Сенаты рәйесе һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе акимы менән һөйләшеүҙәр күҙ уңында тотола. Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 28 сентябрҙә республика Ҡаҙағстанда үҙенең инвестицион һәм иҡтисади мөмкинлектәрен танытырға әҙерләнә. 29 сентябрҙә Башҡортостандың Конгресс-бюро вәкиллеген асыу тантанаһы көтөлә. Рәсми визиттан һуң Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән һәм эшләгән яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар ойошторорға ниәтләй.
Республиканың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә Ҡаҙағстан өсөнсө урында. 2020 йылда Башҡортостандың был дәүләт менән тышҡы тауар әйләнеше 296,9 миллион доллар тәшкил итте.
Башҡортостандан Ҡаҙағстанға нефть һәм химия сәнәғәте тауарҙары, гербицидтар, минераль ашламалар, кальцийлы һәм каустик сода, каучук, ағас эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары, быяла, прокатланған ҡара металл, төҙөлөш материалдары, нефть кәсептәре ҡорамалдары, транспорт техникаһы һәм башҡа әйберҙәр һатыла. Ҡаҙағстанда иһә прокатланған ҡорос, минераль ашламалар етештереү сеймалы, ҡорамалдар, он һәм ярмалар һатып алына.
Башҡортостан биләмәһендә Ҡаҙағстан капиталын файҙаланған утыҙҙан ашыу предприятие эшләй. Улар сауҙа, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, йөк ташыу, сәйәхәтселек, төҙөлөш һәм элемтә, программа тәьминәте, электр энергияһын бүлеп таратыу, буяуҙар, кирбес, цемент етештереү өлкәһендә теркәлгән.
2021-2022 уҡыу йылында республика юғары уҡыу йорттарында Ҡаҙағстандан алмаш һәм стажировка программалары буйынса 739 студент белем ала.