Әбйәлил районында Мулдаҡкүл ярҙарынан сыҡҡан һәм Озерный ауылын һыу баҫҡан. Урындағы халыҡ урам урынында йылға ағып ятҡанын ведеоға төшөрөп һалған. Хәҙер был юлдан йәйәүлеләр ҙә , автомобилдәр ҙә үтә алмай. Ҡайһы бер йорт-ҡаралтылар ҙа һыу аҫтында ҡалған. Мал-тыуарҙы ҡоро ҡалҡыу ергә сығарғандар, сөнки һыу кимәле көндән-көн арта, тип хәбәр итә видео авторҙары. Өфөлә лә Сельско-Богородская урамында һыу ташып ята. Интернет селтәренә һалынған видеонан күренеүенсә, ер аҫтынан сыҡҡан һыу автомобилдәр хәрәкәтен тотҡарлаған.
Республика райондарында күл-йылғалар үҙ холҡон күрһәтә
Тулыраҡ: Республика райондарында күл-йылғалар үҙ холҡон күрһәтә