Томан, боҙлауыҡ , һалҡын төндәр килә

Тулыраҡ: Томан, боҙлауыҡ , һалҡын төндәр килә

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә томан, боҙлауыҡ, ҡырауҙар көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлексәһе республика халҡын көслө ел һәм һыуыҡ төндәр тураһында иҫкәртә. Ел секундына 16 метр тиҙлеккә етер, тип көтөлә.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы 29 сентябргә ҡарай төндә төбәктә һауа температураһы -1, -6°-ҡа түбәнәйеп тупраҡҡа ҡырау төшөрөн күҙаллай. Көндөҙ термометр +4, +9° күрһәтә.

Автомобиль юлдарында иртән урыны менән томан, көнсығыш райондарҙа төндә һәм иртән боҙлауыҡ булыуы ихтимал

27 сентябрь кисендә Белорет районында ҡар яуҙы. Автомобилистар юлда ҡыйынлыҡтарға тарыны.