Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостандың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында иғлан ителде.
За кадром. Рәсәйҙә был күрһәткестәрҙе тигеҙләштереү кәрәклеге тураһында хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев әйткәйне. Башҡортостан профсоюздар федерацияһы менән хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тәҡдимде хуплап сыҡты. Өс яҡлы комиссия ултырышында хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова, республикала минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумы кимәленә күтәреү мөмкинлектәре бар, тип билдәләне.