Республикабыҙ ауылдарының береһендә донъяла өлгөһө булмаған комбайндар етештерелә. Муромсы 1500 башҡа комбайндарҙан еңелрәк,әммә етештереү ҡеүәте 15 процентҡа юғары. Был техника тулыһынса тиерлек рәсәйҙә эшләнгән ҡормалдар һәм запчастәрҙән эшләнгән. Был комбайндың үҙенсәлеге нимәлә. Ни өсөн уны етештереүселәр күпләп сығармай.
Муромсы -1500 өҫтөнлөктәре тураһында Радмир Фазлыев туҡтауһыҙ һөйләй ала. Был техникалағы һәр шөрөптөң ҡайҙа тороуын ул яҡшы белә. Бында кәрәкмәгән бер деталь дә юҡ,ти ул ғорурлыҡ менән. Тап шуның өсөн ул башҡа комбайндарҙан 1 тоннаға тиерлек еңелрәк.
Үҙенсәлекле комбайнды уйлап сығарып, сафҡа индереү өсөн 3 йыл ваҡыт киткән. Лилиә Нестерова әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә улар тормош иптәше менән Дон-1500 комбайнын утыҙ тапҡыр һүтеп,кире йыйған. Һөҙөмтәлә улар 94 процентҡа Рәсәй запчастәренән торған юғары етештереүсәнле комбайн йыйыла.
Предприятиела модернизацияланған комбайнға детальдәр эшләү цехы ла бар. Етештереүселәр әйтеүенсә тап ошо комбайн килем алып эшләй башлау мөмкинлеген бирәсәк. Быйыл Башҡортостан баҫыуҙарына ошондай 3 комбайн сығасаҡ. Көнсығыш Себер һәм Ҡаҙағыстанда улар инде тулы ҡеүәттә эшләй.
Дүртөйлө районында урынлашҡан был предприятие йылына 250 комбайн етештерергә әҙер. Тимәк яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк тигән һүҙ. Тик әлеге эш шарттарында был һан йылына 50 берәмек техниканан артмаясаҡ. Предприятиеға запас частәр ҡайтарыуҙы яйға һалыу һәм етештереү майҙанын киңәйтеү мәсъәләһен хәл итергә кәрәк.