30 сентябрҙән 11-се гимназияның, 62-се һәм 160-сы лицейҙарҙың, 23-сө, 61-се, 62-се мәктәптәрҙең 5, 6, 7, 8, 10 класс уҡыусылары өйҙән тороп уҡый башлай. Онлайн дәрестәр ваҡытлыса индерелә. Бындай ҡарар Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығы тәҡдименә нигеҙләнеп ҡабул ителгән.
Эпидемиологик хәл тотороҡланһа, уҡыусылар ике аҙнанан йәнә мәктәпкә йөрөй башлай.
Әлегә тиклем ОРВИ һәм COVID-19 менән ауырыуҙар күбәйгән 70 мәктәп дистанцион уҡыуға күсерелгәйне.