Өфө ҡалаһының 2-се художество мәктәбе уҡыусылары Рәсәй-Башҡортостан телеканалы иғлан иткән ,,Ал сәскә,, әҙәби акцияһына ҡушылды

Тулыраҡ: Өфө ҡалаһының 2-се художество мәктәбе уҡыусылары Рәсәй-Башҡортостан телеканалы иғлан иткән ,,Ал сәскә,, әҙәби акцияһына ҡушылды

Мөғжизәне берәүҙәр тапҡыр һүҙ, икенселәр һынлы сәнғәт, өсөнсөләр моңло көй аша таный. Был ҡыҙҙар тылсымлы әкиәт күренештәренә рәссам күҙлегенән ҡарай. Художество мәктәбе уҡыусылары китапты уҡып ҡына туҡтамай, буласаҡ рәссамдарҙы уның биҙәлеше ҡыҙыҡһындыра. Яҙыусы йә иһә әҫәр һайлау үҙҙәре ихтыярында. Уҡытыусы классик яҙыусыларҙы тәҡдим итә.

Ҡәләм һәм буяу оҫталары – нескә күңелле кешеләр. Тирә-йүнде һүрәтләһенме, хыялдағы уйҙарынмы, әкиәт мәғжизәһенме, тик үҙенә хас ҡарашына таяналар Ал сәскә әкиәтен улар тәрән ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡҡан.

Тетрәндергес күренештәрҙе телмәр генә түгел, төҫтәр менән дә күрһәтеү — һоҡланғыс һәләт. Балаларҙың зирәклегенә хайран ҡалырлыҡ.

Рәсем төшөрөү ысулдарын, әҫәрҙең һүрәтләр мәлен йәш рәссамдар үҙе һайлаған. Буяуҙарға күскәндә һораулы ҡараштарын уҡытыусыға төбәйҙәр. Валентина Владимировна уҡыусыларының ижади башланғысын хуплай, урынлы кәңәштәрен дә бирә. Өлгө итеп ал сәскәгә үҙ мөнәсәбәтен дә һүрәтләй.

Беҙҙең телеканал иғлан иткән әҙәби акцияла олоһо ла кесеһе лә ҡатнашырға теләй. Йәш рәссамдарҙы тәбрикләп, ижади үрҙәр теләп акция бүләктәре менән китаптар тапшырҙыҡ. Билдәле яҡташыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижадын яратһындар, уның әҫәрҙәре менән күңел байытһындар, әҙәбиәткә һөйөү һаҡлаһындар өсөн.

Китап уҡырға, яратырға һәм ижад итергә өндәгән акцияла ҡатнашырға теләгәндәр өсөн сикләүҙәр юҡ – баҫмаларҙың төрлөһөн уҡып фәһем алырға, әҫәрҙәрҙең һәммәһен яратырға, һәләтеңә тап килгән йүнәлештә ижад итергә ярай. Маҡсат менән теләк кенә булһын. Әҙәбиәтебеҙ классигы әйткәндәй „ҡошһоҙ ғына„ тормаһаҡ ине.