Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2022 йылға сығарылған йыртма календарҙы әҙерләү процесында техник сәбәптәр арҡаһында хата ебәрелгән.
Нәшриәт үҙенең уҡыусыларынан ғәфү үтенә. Әлеге ваҡытта календарҙың хатаһы төҙәтелгән. Кемдәр был баҫманы һатып алған, уны нәшриәттең фирма магазинында (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) алмаштырып алырға саҡырабыҙ. Был осраҡта ташлама менән китап алыу мөмкинлеге лә бар.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 — (347) - 246-09-55.