Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанда

Тулыраҡ: Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанда

Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанда. Уның составына Премьер-министр Андрей Назаров, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре инә. Шишәмбе Нур-Солтан ҡалаһында Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәтен презентациялау үтте. Шулай уҡ Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-Министры Асҡар Мамин менән эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. Яҡтар ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт, энергетика, ауыл хужалығы, сәнәғәт кооперацияһы һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөмкинлеге ҙур тип билдәләне. Быйыл 7 ай эсендә Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан араһында тауар әйләнеше 20 процентҡа артҡан һәм 200 миллион долларға еткән. Радий Хәбиров һәм Асҡар Мамин Өфө һәм Нур-Солтан ҡалалары араһында авиабәйләнеш булдырыу мәсьәләһен өйрәнде. Шулай уҡ Яйыҡ йылғаһы ресурстарын һаҡлау һәм ҡулланыу проблемаһына туҡталды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Йомарт Тоҡаев һәм башҡа рәсми вәкилдәр менән осрашыуы ҡаралған. Ә бөгөн Нур-Солтан ҡалаһында Башҡортостан Конгресс-бюроһының вәкиллеге асыла. Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәүсе ватандаштарыбыҙ менән күрешеп, аралашырға йыйына.