Башҡортостан тағы ла антирекорд күрһәтә

Тулыраҡ: Башҡортостан тағы ла антирекорд күрһәтә

Үткән тәүлектә генә 384 кешенең коронавирус менән ауырыуы тураһында мәғлүм булды. 20 кеше һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы кисекмәҫтән вакцинация үтергә саҡыра. Мәкерле сиргә ҡаршы көрәштә еңергә тик прививҡа ғына ярҙам итә ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 165 мең кеше тулыһынса иммунизация үткән.