Сир йоҡтороусылар ҙа, киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусылар ҙа арта. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә Сергей Греков белдерҙе. Республикаға ковидҡа ҡаршы 1 миллион 700 меңдән ашыу вакцина килтерелгән. Төбәк халҡының 50 проценттан ашыуы прививка эшләткән. Өфөлөләргә вакцинацияланған өсөн бүләктәр бирәсәктәр. Ул 1 октябрҙә “Сәләмәт Өфө” акцияһы сиктәрендә атҡарыла. Бүләктәр 60 йәштән олораҡ граждандарға “Торатау” конгресс-холындағы вакцинациялау үҙәгендә прививка эшләткән өсөн бирелә. Ә белем биреү учреждениеларында коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу өсөн дезинфекция режимы көсәйтелде. 21 сентябрҙән Өфөнөң 51 мәктәбе 5-8-се һәм 10-сы класстан 28 мең уҡыусы менән дистанцион белем биреүгә күсерелде. Был дүшәмбенән улар һаны тағы ла артты. Үткән аҙна аҙағында Өфөлә шәмбе өмәләре уҙҙы. Ҡала халҡы “Йәшел Башҡортостан” төбәк акцияһына ла әүҙем ҡушылды һәм ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Үткән шәмбелә торлаҡтарҙы йылытыу миҙгеленә старт бирелде. Әлегәсә баш ҡалалағы күп фатирлы йорттарҙың 97 процентына йылы бирелгән. Йылытыу миҙгелен 1 октябрҙән башлауҙарын һорап ғариза яҙыусы фатир хужаларының ғына йорттары ҡалды, тип белдерҙе Сергей Греков. Улар араһында йылытыу системаһы техник яҡтан әҙер түгел йорттар ҙа бар. Ҡала мэры йылы бирелмәгән һәр йортто контролдә тоторға ҡушты. Был юҫыҡта эшләгән колл-үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын һораны. Колл-үҙәк ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында 3 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Колл-үҙәк йылытыу системаһы һәм юлдарҙан ҡар таҙартыуға бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү йүнәлешендә ҡышҡыһын да эшләйәсәк.
Өфөлә коронавирус менән бәйле хәл элеккесә сетерекле ҡала
Тулыраҡ: Өфөлә коронавирус менән бәйле хәл элеккесә сетерекле ҡала