Йылы юҡ

Тулыраҡ: Йылы юҡ

Санаңды йәй әҙерлә, тигән әйтемде аңлағандар ҡышты бәлки иртә яҙҙан хәстәрләй башлағандыр. Әммә Өфөләге мең ярымға яҡын йортта йылы бирер көн еткәнсе мәшәҡәттәр тамамланмаған. Өфө шоссеһындағы туғыҙ ҡатлы йорт подвалында күләүек көндән көн киңәйә. Фатир хужалары берлеге рәйесе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә юллаған мөрәжәғәттәргә яуап юҡ, тип зарлана. Йылытыу миҙгеле етеүгә тутыҡҡан торбалар буялып, урама менән нығытылған. Утыҙ йылдан ашыу ошонда йәшәгән фатир хужалары йылы тапшырыла башлау менән торбаларҙың шартлауынан ҡурҡа. Йыһаздар ярайһы таушалған. Хәйер, өмөттәрен өҙмәйҙәр. Торлаҡ файҙаланыу участкаһына һүҙ тейҙермәй, ҡышҡы миҙгелде имен үткәрергә иҫәп тоталар. Яңы йылытыу миҙгелен яңы ҡорамалдар менән башларға ҙур өмөт бағлаған тағы ла бер күп фатирлы йортта әҙерлек кимәле менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Комсомол урамындағы сағыштырмаса яңы, 1993 йылда төҙөлгән был йортта йылытыу миҙгеленә әүҙем әҙерлек бара – торрбаларҙан яңы буяу еҫе килә, эшселәр ҡыҙыу хәрәкәт итә. Тик фатир хужалары системаның көйлө эшләренә шик менән ҡарай. Йорт комитеты рәйесе яңы ҡоролмаларҙы күрһәтә. Быйыл йылытыу йыһаздары тулыһынса алмаштырылған. Монометр, термометрҙар, ә иң мөһиме яңы автоматик иҫәпләү приборҙары ҡуйылған. Тик йылытыу миҙгелен тәғәйен көндә башлап булмай. Кәрәкле деталдәр килеп етмәгән. Был йортто йылытыу миҙгеленә әҙерләр өсөн байтаҡ эш башҡарылыуына ҡарамаҫтан, яуаплы хеҙмәттәр юл ҡуйған етешһеҙлектәр ҙә бар. Бөгөн улар ашығыс бөтөрөлә.Рәсми мәғлүмәттәр буйынса барыһы ла яҡшы. Йорттар ваҡытында йылытыла башлай.Өфөләге йорттарҙың күбеһендә ысынлап та үткән ял көндәрендә торбалар йылынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙәрендә артығы менән. Ҡулса урамындағы 137-се йортта, мәҫәлән, көслө баҫым арҡаһында торбалар шартлап эҫе һыу подъезд тулып аҡҡан. Фатир хужалары күренеште видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. Үткән ял көндәрендә Өфөләге биналарҙың 46 проценты йылытыла башлаған. Дүшәмбе иһә был һан 96 процентҡа еткән. Республика буйынса әлегә 242 торлаҡ йортҡа йылы бирелмәгән. Шуларҙың 212-һе Өфөлә. Торлаҡ–коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары белдереүенсә, беренсенән был фатир хужаларының йылытыу миҙгелен һуңғараҡ башлау теләгенә, икенсенән — йылытыу системаһын ҡабыҙғанда трассаларҙың емерелеүенә бәйле.