50-нән артыҡ китап авторы үҙенең әҫәрҙәре менән Башҡортостанды, уның кешеләрен, тәбиғәтен донъя кимәленә сығарған оло әҙип ул. Башҡорт халҡының Лев Толстойы тиҙәр Ноғман Сөләймән улы хаҡында. Ил ағаһының мәртәбәле юбилейына арналған сралар уның тыуған ауылы Ҡолғонала һәм Ишембай ҡалаларында үтте. Әле лә балта оҫтаһының ҡулында ҡоралы уйнап тора. Үҙ ғүмерендә күпме йорт һалынған, йорт һыһаздары эшләнгән. Йышҡыһының ниндәйе генә юҡ. Һәр ҡорал үҙенсә ҡәҙерле, ти Ноғман Сөләймән улы.Әҙип кенә түгел, ауылда үҙ ҡулдары менән донъяһын төҙөгән ир уҙаман ауылдаштарына өлгө лә ярҙамсы ла. Бөгөн дә балта оҫталарына кәңәштәрен бирә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Был сабаталар ҙа күргәҙмә өсөн түгел, әртил эшсәндәре өсөн үрелгән аяҡ кейемдәре.Уларға аяҡ кейеме, беҙҙең ғаиләгә икмәк, хатта аҡса ла биргәндәр ҡайһы саҡ.Умартасы ла ул... һәр ваҡыт баҡсаһында кәмендә 70 умарта тотҡан, һунарсы ла. Әҙиптең бихисап әҫәрҙәренең прототиптары ана шул урманда һунарсылар һөйләгән ҡыҙыҡ, йә ҡыҙғаныс ваҡиға геройҙары. Шуға ла Ҡолғоналар өсөн халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәре ауыл тарихы ла.Башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейына арналған саралар тап уның йорт музейынан башланып китте. 2016 йылда асылған йорт хәҙер тнде Ҡолғона ауылы хакимиәте милке булараҡ теркәлгән. Бала саҡ, йәшлек осоро, шәжәрәне барлағандан һуң ҡунаҡтар Ҡолғона ауылы мәктәбенә юлланды. Ил ағаһы менән осрашыуға балалар етди әҙерләнгән. Ваҡиға ла ниндәй бит, бөгөн мәктәпкә Ноғман Сәләймән улының исеме бирелде һәм яңы алтаҡта эленде. Белем усағына ингәс үҙенең партаһына ҡарап хәтирәләргә бирелде Ноғман Сөләймән улы. Мәктәп минең өсөн бала саҡтан изге урын ине, тине әҙип. Уҡыусыларҙың уның хаҡында ижад иткән шиғырын ирәйеп тыңланы олатай кеше.Мәктәп ихатаһында Н. Мусин исемендәге яңы аллея барлыҡҡа килде. Тәүге ағасты халыҡ яҙыусыһы үҙе ултыртты. Ҡалған 20 төптө Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, билдәле яҙыусылар, ауыл аҡһаҡалдары бүлеште.Байрам Ҡолғона ауылының мәҙәниәт йортонда дауам итте.Әҙипте ҡотларға килеүселәр, туғандары, ауылдаштары, ҡәләмдәштәре бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Ноғман Мусин тураһында төшөрөлгән документаль фильмдың да исем туйы тап Ҡолғона ерлегендә үтте. Үҙе тураһындағы 6-сы фильм, әммә уны аҡһаҡал оло ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. 100-сө йәшен ҡыуған данлыҡлы шәхес тураһында фильм төшөрөүе ҡатмарлы, әммә уны яңыса асырға тырыштыҡ, тине « Һайлап алған яҙмыш » фильмы авторы Гәүһәр Батталова. Әҙиптең тыуған ауылы Ҡолғоналағы йылы осрашыуҙан һуң юбилей саралары Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында ла үтте. 50-нән артыҡ китап авторының «Зәһрә», “Төпкөлдән төшкән килен”, “Аҡ юл һиңә!” кеүек повестары, «Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәр тауҙа — аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Заман үҙгәрештәренә бирешмәгән ошо әҫәрҙәрҙәрен уҡып үҫкән тамашасыһы менән әҙәбиәт аҡһаҡалы НоғманМусин ихлас аралашты.
Башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ноғман Мусинға 90 йәш
Тулыраҡ: Башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ноғман Мусинға 90 йәш